+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 08:00

Бөтә Рәсәй акцияһы тамамланды

Башҡортостанда "Һаулыҡ аҙналығы" Бөтә Рәсәй акцияһы тамамланды. Уның маҡсаты — халыҡты үҙ һаулығына яуаплы ҡарарға өйрәтеү, инфекцион булмаған, яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү.

Акция барышында тура эфирҙа алдынғы медицина белгестәре, ойоштороусылар нисек сәләмәтлекте һаҡлау, яҡындарыңа ярҙам итеү тураһында һүҙ алып барҙы. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һорауҙарға яуап бирҙе, кемгә коронавирус инфекцияһынан прививка һалдырырға кәрәкмәй икәнен, Covid-19-ға ҡаршы көрәш алып барған студент-медиктарға ниндәй льготалар ҡаралғаны тураһында һөйләне. Шулай уҡ кем диспансеризация үтә алыуы, киләсәктә "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектында ниндәй үҙгәрештәр буласағы хаҡында ла бәйән итте.
"Рәсәйҙең милли проекттары" рәсми төркөмдәрендә, социаль селтәрҙәрҙә көн һайын видеотрансляциялар —онлайн-лекциялар, тура эфирҙар ойошторолдо. Акция "Ирекмән-медиктар" Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек хәрәкәтенең оҫталыҡ дәресе менән тамамланды.
Читайте нас: