+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 15:15

Башҡорт телен балалар баҡсаһында ла өйрәнәсәкбеҙ

Ғафури районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Радий Хәбиров балалар баҡсаларында башҡорт теле дәрестәрен индерергә тәҡдим итте. – Балалар баҡсаларында нисек итеп башҡорт телен индереү тураһында етди уйларға кәрәк, – тине ул үҙ сығышында.

Хәҙер балалар телде ҙур теләк менән өйрәнә алһын өсөн ҡыҙыҡлы интерактив программалар, мобиль ҡушымталар бар, тип тә белдерҙе республика етәксеһе.
Республика Башлығы шулай уҡ колледждар өсөн башҡорт телен өйрәнеү программаһын әҙерләргә ҡушты. Хәҙер уларҙа 96 мең студент уҡый, араларында башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр бар. Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың пунктуация һәм синтаксисҡа иғтибар бүлеүҙән тыш, һөйләү теленә баҫым яһарға тейешлеген айырым билдәләне.
– Балаға ниндәйҙер кимәлдә аралаша алһын өсөн 50-100 фраза бирергә. Синыфҡа инергә, бер-береһенең хәлен һорашырға, һуңғы яңылыҡтар менән бүлешергә, ҡыҙҙы киноға саҡырырға, – тип тәҡдимен әйтте Радий Хабиров уҡытыусыларҙың төбәк-ара форумында.
Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: