+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 10:07

Бөгөн – Бөтә донъя йөрәк көнө

Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙың "Динамо" стадионында "Кардиокросс" тигән иҫкәртеү акцияһы үтәсәк. Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ойошторола.

Әлеге сара 29 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Бөтә теләүселәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡатнашырға саҡырыла. Акцияла ҡатнашыусылар еңелсә генә йүгерәсәк. Был физик әүҙемлек осраҡлы һайланмаған, сөнки ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн һәйбәт тәьҫир итә. Көн һайын йүгереү йөрәктең сыҙамлылығын арттыра. Акция Карл Маркс урамы, 2-се йорт адресы буйынса үтә. Сәләмәт булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: