+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 10:20

Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә уҙҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.

Осрашыуҙың төп темаһы — социаль контракт нигеҙендә граждандарға дәүләт социаль ярҙам механизмын үҫтереү. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков һәм Удмурт Республикаһы Башлығы Александр Бречалов сығыш яһаны.
Шулай уҡ ҡайһы бер ашығыс мәсьәләләр буйынса ла фекер алыштылар. Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн хәүефһеҙлек саралары, медицина хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр хаҡында һөйләне. Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Covid-19-ҙан вакцина һалыуға әҙерлек, шулай уҡ грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы барышы хаҡында бәйән итте. Мәғариф министры Сергей Кравцов синыф етәкселеге өсөн уҡытыусыларға түләүҙәр һәм башланғыс синыф уҡыусыларын ҡайнар аш менән бушлай тәьмин итеү хаҡында мәғлүмәт бирҙе.


Читайте нас: