+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 10:17

Оло Күлдә «Үҫеш нөктәһе» эшләй башланы

Ҡырмыҫҡалы районының Оло Күл мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге асылды. Бындай мөмкинлеккә улар "Мәғариф" милли проектына ярашлы эйә булды.

Әлеге үҙәктәге яңы заман технологиялары, уҡытыу алымдары һәм төрлө техник ҡоролмалар, шулай уҡ мәктәптең тәжрибәле педагогтары ярҙамында балалар белем һәм күп файҙалы күнекмәләр аласаҡ. Балаларҙың һанлы грамоталығын үҫтереү өсөн уҡыу барышында һәм дәрестән тыш эшмәкәрлектә берҙәм стилдә биҙәлгән өс кабинет ҡулланыласаҡ. Бында ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен төрлө яҡлап асһын өсөн бөтә шарттар булдырылған. Улар робот техникаһы менән шөғөлләнә, интеллектуаль уйындар уйнай, уйлаған хыялдарын ысынбарлыҡҡа ашыра ала.

Читайте нас: