+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 12:00

Контейнер майҙансыҡтары төҙөкләндерелә

Ейәнсура районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү дауам итә.

2019 йылдың башынан райондың бөтә тораҡ пункттарында 210 контейнер майҙансығы ҡуйылған һәм 640-тан ашыу пластик евроконтейнер һатып алынған. Унан тыш, Иҫәнғол ауыл хакимиәтендә 65 контейнер майҙансығы, шул иҫәптән быйыл ҡуйылған бетон нигеҙле ябыҡ типтағы 36 хәҙерге заман контейнер майҙансығы бар. Ҡалдыҡтарҙы сығарыу "Эко Сити" төбәк операторы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла, район үҙәгендә — көн һайын, ҡалған тораҡ пункттарҙа — аҙнаһына бер тапҡыр.

— Беҙ ауылдар һәм тораҡ пункттарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртырға, беҙҙең биләмәлә сүп-сар өйөмөн кәметергә тырышабыҙ, — ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Мөнир Ваһапов.

Әйтергә кәрәк, бындай эштәр "Экология" милли проектына ярашлы ойошторола.


Читайте нас: