+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 15:30

"Йәшел йылан" балаларҙы ла ағыулай...

Башҡортостанда йыл башынан 25 бала алкоголдән ағыуланып үлгән. Улар араһында туғыҙ айлыҡ сабый һәм бер йәшлек бала ла бар.

Һәләк булған балаларҙың күпселеге – Өфөлә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Ишембайҙа, Салауатта, Дүртөйлө, Салауат, Өфө райондарында балалар үлеме осраҡтары теркәлгән.
Һигеҙ айҙа ғына Башҡортостанда 105 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән. Үлем осраҡтары буйынса ла – Өфө беренсе урында.
Читайте нас: