+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 15:34

Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша

3 октябрҙә Санкт-Петербургта һабантуй үтәсәк. Уны асыу тантанаһы Ладога паркында көндөҙгө 12 сәғәттә башлана. Быға тиклем милли байрам йәйге ваҡытта ойошторола ине. Коронавирус пандемияһы арҡаһында быйыл көҙгә күсерелде.

Һабантуйҙа Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе губернаторҙары, Башҡортостан һәм Татарстандан вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Был сара ҡунаҡтарын халыҡ уйындары, аттракциондар, милли аш-һыу, үҙешмәкәр һәм һөнәри артистарҙың, шул иҫәптән Санкт-Петербургтың «Аҡсарлаҡ» фольклор ансамбленең сығыштары көтә. Был көндө ҡаҙылыҡ, бал, сувенирҙар һәм халыҡ кәсептәре әйберҙәре лә һатыласаҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: