Әйткәндәй, көҙгө саҡырылыш осоро 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Йыл аҙағына тиклем 18-ҙән 27 йәшкә тиклемге 128 мең егет әрме сафына алынасаҡ. Рәсәйҙең бөтә 85 төбәгенән дә хәрби хеҙмәткә саҡырыу көтөлә. Был- пандемия шарттарында үткән икенсе кампания. Яҙғы саҡырылыштағы кеүек, бөтә һаҡланыу саралары күреләсәк.