+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 19:10

Силәбенән Яҡуп ауылыныҡылар башҡорт һәм төрөк телдәрен өйрәнә

Силәбе өлкәһендәге Ҡыҙыл Армия районының Яҡуп ауылында башҡорт һәм төрөк телдәрен өйрәнеү буйынса курстар эшләй башланы.

Тәүге дәрестә үк балалар туған телде белеү төрөк телен өйрәнергә ярҙам итеүен белдерҙе. Әлеге курстарға уҡытыусылар ҙа ҡушылды. Башҡорт теленән курстарҙы Силәбе өлкәһендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең хеҙмәткәре, «Уралым»дың баш мөхәррире Нурия Иҡсанова менән филолог, Башҡортостанда тыуған Вилиә Батыршина алып бара. Ә төрөк теле серҙәренә Эмре Суджу өйрәтә.
Курстар аҙнаһына бер тапҡыр шәмбе көндәрендә үтә. Мәктәп директоры Фәриҙә Баймөхәмәтова билдәләүенсә, Башҡортостан мәктәптәренән өлгө алып, белем усағын полилингвистик йүнәлешкә әйләндерергә тырыша.
Әйткәндәй, Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы новаторлыҡ идеялары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында ла ҡатнаша.
Әлеге көндә был ауыл мәктәбендә 40-тан ашыу бала белем ала. Улар милли йүнәлештәге төрлө ижади конкурстарҙа ла ҡатнашып тора.
Читайте нас: