+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 11:20

Уҡытыусылар көнө менән!

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем! Кеше итеп һине әҙерләй. Тормоштоң ул көрәшсеһе итә, Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.

Уҡытыусы- элек-электән хөрмәтле, абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе. Ул балаға белем генә биреп ҡалмай, уҡыусыға дөрөҫ юл күрһәтеп, уны үҙ аллы тормошҡа әҙерләргә ярҙам итә, кәрәк саҡта ярҙам-кәңәшен дә йәлләмәй.
Әйткәндәй, әлеге көндә Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә 115 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Республикабыҙ мәктәптәрендә 33,9 мең уҡытыусы хеҙмәт итә, урта һөнәри белем биреү учреждениеларында 4,6 мең педагог эшләй, ә юғары уҡыу йорттарында – 4,9 мең.
Республикабыҙҙағы уҡытыусылар – беҙҙең дә терәк, таянысыбыҙ. Улар һәр ваҡыт гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороп, беҙҙе ҡыуандыра. Барыһы өсөн беҙ уларға тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтәбеҙ.
Уҡытыусылар, бөгөн – һеҙҙең матур, күркәм һөнәри байрамығыҙ. Ошо уңайҙан редакция коллективы исеменән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, һәләтле, алдынғы ҡарашлы уҡыусылар теләйбеҙ.
Читайте нас: