+4 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 16:07
«Башҡорт бал ҡорто» конкурсында кемдәр еңде?
Ниһайәт, «Башҡорт бал ҡорто» республика балалар ижады дистанцион конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны 15 майҙан 15 июнгә тиклем Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы ойошторғайны.
Конкурс Бөтә донъя бал ҡорто көнө һәм «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһының 47-се конгресына әҙерлек булараҡ уҙғарылды. Маҡсаты – башҡорт бал ҡортон һаҡлау проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итеү.
Дистанцион бәйгелә ҡатнашыусылар һүрәт, шиғыр, әкиәт, ҡул эштәре, шиғри видеояҙма номинациялары буйынса ҡатнашты. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, барлығы 2 меңдән ашыу хат алынған. Еңеүселәр 1 – 6, 7 – 10, 11 – 14 йәш төркөмдәрендә билдәләнде. Уларҙың исемлеге менән ошо һылтанмаларҙа
https://vk.com/honey_bashkir
,
http://bash-med.ru/index.php/sobytiya/sobytie2/232-itogi-respublikanskogo-distantsionnogo-konkursa-detskogo-tvorchestva-bashkirskaya-pchela
танышырға була.
Читайте нас в