+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 16:53

Экологик диктант яҙырға теләһәң...

Ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү Бөтә донъя көнө уңайынан 15 – 16 ноябрҙә Бөтә Рәсәй экологик диктант үтәсәк. Унда миллиондан ашыу уҡыусы, студенттар, ҙур корпорация һәм сәнәғәт предприятиелары белгестәре, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә эксперттар, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашыу көтөлә.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, экологик белемеңде офлайнда, шулай уҡ порталда онлайнда ла тикшереп була. Сит илдә йәшәүселәр ecodiktant.info домены аша инә ала. Портал октябрҙең тәүге яртыһында эшләй башлаясаҡ. Бында диктантҡа әҙерләнеү өсөн видеояҙмаларҙы ла ҡарарға мөмкин.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа йыйған балдары буйынса сертификаттар аласаҡ. Диктантты ойошторорға ярҙам иткән ирекмәндәр һәм еңеүселәргә уҡыу өсөн кәрәкле ҡиммәтле бүләктәр биреләсәк.
Диктант алдынан барлыҡ теләүселәр ҙә ижади конкурстарҙа көсөн һынай ала:
– Экологик диктанттың порталына ҡуйыу өсөн иң яҡшы экологик видеояҙма;
– Проекттың визит карточкаһы буласаҡ иң яҡшы слоган;
– Экологик диктантта ҡатнашыусыларға эш өсөн иң яҡшы һорау.
Конкурс эштәре [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас: