+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 11:53

Милли батырыбыҙға арнап «түңәрәк өҫтәл» ойошторола

7 октябрҙә «Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтәсәк. Был сара Республика көнөнә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың вафат булыуына- 220 йыл һәм Салауат Юлаев музейына 55 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Конференция онлайн рәүештә ZOOM платформаһында уҙғарыла.

Бында ҡатнашыу өсөн тыуған яҡты,Салауат Юлаев шәхесен өйрәнеүселәр, ғалимдар, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре саҡырыла. «Түңәрәк өҫтәл»де Башҡортостан Республикаһының Милли һәм Салауат Юлаев музейҙары ойоштора. Ул иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Читайте нас: