Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 10:23

Республика көнөнә- кескәйҙәргә матур бүләк!

Балаҡатай районы Ямаш ауылында 95 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана. Әлеге социаль объектты һалыу үткән йылдын декабрендә башланғайны.

Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының тирә-яғын төҙөкләндереү алып барыла. Ишек алдында ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла. Эшселәр экскаватор ярҙамында майҙансыҡты тигеҙләй. Тағы ла асфальт йәйеү эштәре ҡыҙыу бара.
Ә бинаның эсендә эштәр тамамланған. Балалар баҡсаһы карауаттар, шкаф, өҫтәлдәр менән йыһазландырыла. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн видеокүҙәтеү ҡуйыла. Балалар баҡсаһына сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә йөрөй аласаҡ.
Әлеге объектты сафҡа индереү "Демография" милли проекты буйынса алып барыла. Уны 11 октябргә тапшырыу күҙаллана.


Читайте нас в