+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 10:35

Президентты ҡотлаусылар күп булды

Рәсәй Президенты Владимир Путинға тыуған көнө уңайынан күп ҡотлау хаттары, телеграммалар килде. Сит ил хөкүмәте, дәүләт башлыҡтары, халыҡ-ара ойошма етәкселәре – кемдәр генә тәбрикләмәне.

Дәүләт башлығын телефон аша Әзербайжан Президенты Илһам Алиев, Армения Республикаһының Премьер-министры Никол Пашинян, Белоруссия Президенты Александр Лукашенко, Израиль дәүләтенең Премьер-министры Биньямин Нетаньяху, Һиндостандың Премьер-министры Нарендра Моди, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Касым-Жомарт Токаев, Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе президенты Нурсолтан Назарбаев, Куба Республикаһы Президенты Мигель Диас-Канель Бермудес, Молдавия Республикаһы Президенты Игорь Додон, Тажикстан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон, Төркмәнстан Президенты Гурбангулы Бердымухамедов, Үзбәкстан Республикаһы Президенты Шәүҡәт Мирзиеев ҡотланы. Һәр бер лидер менән һөйләшеү ике яҡлы бәйләнеште үҫтереү, шулай уҡ көнүҙәк төбәк мәсьәләләренә ҡағылды.
Рәсәй етәксеһенә шулай уҡ телефон аша Германия Федератив Республикаһының элекке канцлеры Герхард Шрёдер, халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Томас Бах, халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель дә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Читайте нас: