+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 10:33

Ремонт «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса башҡарылды

Белорет районы Сосновка ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Ул район мәҙәниәт йортоноң филиалы булып тора.

Әлеге мәҙәниәт йорто- "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған тәүге объекттарҙың береһе. Уны яңыртыу мәҙәниәт министрлығы ярҙамында мөмкин булған.
Мәҙәниәт йортонда моделле ауыл китапханаһы ла урынлашҡан. Бында ижади коллективтар шөғөлләнә, бөтә категория граждандары өсөн берекмәләр эшләй. Шундай 10 клуб ойошмаһы бар. Унда 115 кеше шөғөлләнә. Шуларҙан "Арташ" бейеү һәм "Зифа" фольклор ансамблдәре бигерәк тә әүҙем, Сосновка ауылында уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Мәҙәниәт йортонда ремонт ҡына яһалып ҡалмаған, яңы мебель, ҡоролмалар ҙа алынған, ҡурай музыка синыфы һәм "Көрәш" спорт берекмәһе лә асыла.
Асыу тантанаһына мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев мәҙәниәт йорто асылыу менән ҡотлап, министрлыҡтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.




Читайте нас: