+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 12:34

Башҡортостан халҡы ла ҙур этнографик диктант яҙасаҡ

Башҡортостан да "Ҙур этнографик диктант" акцияһына ҡушыла. Был сара Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә 3 — 8 ноябрҙә көн дауамында онлайн рәүештә үтәсәк.

Диктант урыҫ, инглиз, испан телдәрендә ойошторола. Ул 30 һорауҙан торасаҡ: шуларҙың 20-һе — бөтәһе өсөн дөйөм, 10-ауһы — һәр төбәккә генә ҡағылышлы. Диктантты яҙыу өсөн ҡатнашыусыларға 45 минут ваҡыт бирелә. Бөтә заданиеларға иң күбе 100 балл йыйырға кәрәк. Һорауҙарҙың дөрөҫ яуаптары www.miretno.ru сайтында 16 ноябрҙә баҫылып сығасаҡ.
Диктант халыҡтың этнографик грамоталығы кимәлен баһаларға ярҙам итә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының милли-мәҙәни үҫешенә, милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытырға булышлыҡ итә.
Читайте нас: