+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 11:12

Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренә — таҡтаташтар

Баш ҡалабыҙҙа күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Муллаян Халиҡов һәм Хафиз Ҡушаевҡа таҡтаташтар асылды.

Әлеге мемориаль таҡтаташтар республикабыҙҙың Милли музейы бинаһының алғы яғына ҡуйылды. Был урын юҡҡа һайланмаған, бында БАССР хөкүмәтенең беренсе резиденцияһы урынлашҡан була. Республика көнө алдынан Башҡортостандың нығыныуына, үҫешенә ҙур өлөш индергән билдәле дәүләт эшмәкәрҙәренең исемдәре шулай мәңгеләштерелде.
Таҡтаташтарҙы асыуҙа республикабыҙҙың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Айтуған Аҡманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Хафиз Ҡушаев, Муллаян Халиҡовтың яҡташтары, туғандары ла ҡатнашты. Тантананан һуң "БАССР-ҙың билдәле етәкселәре Хафиз Ҡушаев һәм Муллаян Халиҡов: хәтер һәм мираҫ” темаһына конференция ла ойошторолдо.
Читайте нас: