+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 11:03

Ҡорама ҡораусыларҙың эштәре менән танышҡығыҙ килһә

Байрам алдынан республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһында "Ҡорама туй" ҡорама ҡорау республика фестиваленең күргәҙмәһе асылды.

Бындай сара тәүге тапҡыр 2003 йылда үткәрелә башлағайны. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡатнашыусыларҙың оҫталығы күҙгә күренеп арта. Беҙҙең республикалағы ҡорама ҡорау мәктәбе Рәсәйҙә генә түгел сит илдәрҙә лә билдәле.
Бында район-ҡалаларыбыҙҙан 20 авторҙың эше ҡуйылған. Күргәҙмә 30 октябргә тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас: