+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 10:25

Ғәрәп Әмирлеге принцы менән һөйләшеү

Әмирлек яғы теләге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин тәхеткә ултырырға тейешле принц Абу-Даби Мөхәммәт Аль Нахайян менән телефондан һөйләште.

Һөйләшеү барышында киләсәктә төрлө өлкәлә Рәсәй-эмират стратегик партнёрлығын нығытыу хаҡында һүҙ алып барылды. Коронавирусҡа ҡаршы көрәште берлектә көсәйтеү мөһимлеге билдәләнде, шулай уҡ «Спутник V» Рәсәй вакцинаһы йоғонтоһо, әлеге көндә алып барылған клиник һынауҙар хаҡында ла һөйләштеләр.



Читайте нас: