+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 16:52

Шәжәрә конкурсы еңеүселәре кемдәр?

«Ырыу ағасы» республика форумы уңайынан 30 апрелдән 30 майға тиклем республика халыҡ ижады үҙәге сайтында «Шәжәрә» балалар һүрәттәре республика конкурсы үткәйне. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең эштәрен https://vk.com/album-44728784_270495576 һылтанмаһы буйынса рәсми төркөмдә урынлаштырҙы. Һынлы сәнғәттең төрлө техникаһында барлығы 470 эш ҡабул ителде.

Ә 1 июндән 20 авгусҡа тиклем ошо уҡ үҙәктең сайтында республика шәжәрә төҙөүселәр һәм «Ғаиләм – минең ҡәлғәм» ғаилә ижадының видеояҙма бәйгеләре ойошторолдо. Тәүгеһендә 37 кеше ҡатнашһа, икенсеһендә – 49 ғаилә.
Ниһайәт, еңеүселәр исемдәре билдәле булды. Шәжәрә төҙөүселәр конкурсында Октябрьский ҡалаһынан Рәшиҙә Ғилфанова Гран-при алды. «Ғаиләм – минең ҡәлғәм»дә – Туймазы районынан Хәсәншиндәр ғаиләһе, һүрәттәр бәйгеһендә Сибайҙан 8 йәшлек Аделина Рәсүлева һәм Баймаҡ ҡалаһынан 13 йәшлек Илһам Үтәрбаев еңеү яуланы. Асҡын районы хакимиәте башлығынан махсус бүләк – «Танып» шифаханаһына юллама Бөрйән районынан шәжәрә төҙөүсе Инзирә Баязитоваға һәм Асҡын районының Солтанбәк ауылынан йәш Суфияновтар ғаиләһенә тапшырылды.
Читайте нас: