+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 14:10

Мәскәү һәм Санкт- Петербургта – "Һылыуҡай – 2020" конкурсы

"Һылыуҡай – 2020" Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһенең сираттағы һайлап алыу турҙары Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте.Ҡыҙҙарға этап буйынса сәләмләү, дефиле, жюри һорауҙарына яуап биреү, сәхнә оҫталығын күрһәтеү, биҙәүестәр менән эшләргә өйрәнеү кеүек һынауҙарҙы үтергә, фотосессия менән сығыш яһарға кәрәк ине.

Санкт-Петербург ҡалаһында конкурста 9 ҡыҙ ҡатнашҡан. Улар араһында һылыуҡай тажын Диана Байназарова яуланы. Ул – Күгәрсен районы ҡыҙы. I урынды – Санкт-Петербург ҡалаһынан Элина Ибраһимова, II урынды Баймаҡ районынан Айгизә Халиҡова алһа, ә III урынды Баймаҡ ҡалаһынан Альбина Әхмәтова яуланы. Маладистар!
Мәскәү ҡалаһында үткән бәйгелә ун ҡыҙ ҡатнашты. Гран-при – 19 йәшлек Азалиә Әмировала. I урын – Карина Йәрмәева (Нефтекама ҡалаһы), II урын – Вәсилә Рәсүлова (Магнитогорск ҡалаһы) һәм III урын Гөлфиә Хәфизоваға (Көйөргәҙе районы) тапшырыла. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: