+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 17:45

Мөжәүир хәҙрәттең тыуыуына 145 йыл тула

Аллаһы Тәғәләбеҙ ҡушыу буйынса 1876 йылда Баймаҡ ерендә хикмәтле бала тыуа. Уға Мөжәүир тип исем ҡушалар. Баймаҡтар уны Олатай тип атап йөрөтә.– 2021 йылда Мөжәүир олатайҙың тыуыуына 145 йыл тула. Алла бирһә, был күренекле датаға ҡарата китабыбыҙҙың урыҫ телендә баҫтырып сығарырбыҙ, тип ниәтләйбеҙ.

Мөмкинлек булһа, башҡортсаһын да сығарырға иҫәп бар. Әммә был минән генә тормай. Баҙар иҡтисады бит. Китап ҡалын ҡатырға тышлы һәм ул 500-600 биттән торасаҡ. Туҙмай, тыштары аҡтарылмай, биттәре өҙөлмәй тағы ла 100 йылға барып етерлек булһын. Китаптар Олатайҙың исемен халыҡ хәтерендә мәңгеләштерһен. Киләһе быуындар ошоларҙы уҡып, еребеҙгә килеп киткән бөйөк әүлиә тураһында белһен. Амин. Һеҙгә тышлыҡ оҡшаймы? – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша яҙыусы Лира апай Яҡшыбаева. Фото "Һаҡмар" гәзитенән.
Читайте нас: