+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 10:23

Милләттәр эштәре буйынса агентлыҡ биш йылдан ашыу эшләй

Рәсәй Президенты Владимир Путин Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Ведомство башлығы ил етәксеһенә агентлыҡтың әлеге көндәге эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

– Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булдырыу тураһындағы һеҙҙең указығыҙ һәм Хөкүмәт ҡарарына биш йыл ярымдан ашыу ваҡыт үтте. Практика күрһәтеүенсә, был бик ваҡытлы ҡарар булды, сөнки ул ваҡытта илдәге хәл этноконфессия көсөргәнешлеге менән характерлана ине, – тип белдерҙе Игорь Баринов.




Читайте нас: