+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 17:08

Яңы онлайн-проект башланды

«Балалар – балаларға» классик көйҙөң халыҡ-ара фестивале – онлайн-проекты старт алды. Уны Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры ойоштора.

Әлеге фестиваль 13 октябрҙән 17 ноябргә тиклем уҙасаҡ. Ул музыка мәктәптәрендә уҡыусы алтмыш һәләтле балаға донъяның күренекле педагогтарынан оҫталыҡ дәрестәре алырға, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға онлайн рәүештә хәйриә концерттарын ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк. Сара республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, Мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса республика уҡыу-методик үҙәге, Владимир Спиваковтың хәйриә фонды булышлығында үтә.
Проекттың педагогтары – уҡытыу эшмәкәрлегендә ҙур тәжрибәһе булған бөтә донъяға билдәле музыканттар. Уларҙың һәр береһе ике аҙна буйына балалар менән онлайн рәүештә алты йүнәлештә – скрипка, флейта, фортепиано, вокал, саксофон, баян буйынса шөғөлләнәсәк. Ә иң шәп йәш музыканттар республикабыҙ район-ҡалаларынан һайлап алынған.
Читайте нас: