+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 14:17

Бәләбәйҙә күсмә күргәҙмә асылды

Бәләбәй ҡалаһының һынлы сәнғәт галереяһында «Ҡурай» проекты буйынса күсмә нәфис кейеҙ күргәҙмәһе асылды. Был – «Урал» халыҡ ижады галереяһы менән берлектәге проект.

«Ҡурай» нәфис кейеҙ проекты Бөрйән районында 2018 йылдың 20-25 июнендә үткән «Тамға» кейеҙ оҫталары симпозиумында булдырылғайны. Был коллекцияны эшләүҙә Өфө, Октябрьский, Учалы, Нефтекама, Ағиҙел, Сибай ҡалалары, Ейәнсура, Иглин, Кушнаренко, Дүртөйлө, Баймаҡ, Бөрйән районынан оҫталар ҡатнашты.
Читайте нас: