+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 14:35

Баймаҡ уҡыусылары өмәгә дәррәү ҡушылды

Бөтә Рәсәй буйлап #Вода России акцияһы үтте. Уға Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы балалары ла ихлас ҡушылды.

Көн дә сыуаҡ, матур ине. Уҡыусылар Әмәндәк йылғаһы буйы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Сос малайҙар хатта йылға һыуының ағышына ҡамасаулаған ағастарҙы ла һөйрәп сығарҙы. Балаларҙың тырышып эшләгәнен күреп, күңелдәр ирей. Һәр кем ҙур теләк менән башҡарҙы был изге эште. Маладистар! Аҙаҡ бәләкәй өмәселәр тәмле күстәнәстәр менән һыйланып, бик ҡәнәғәт таралды. #ЗеленаяБашкирия#МинэкологииРБ#ЭкоБашкортостан#берегдобрыхдел
Фото "Һаҡмар" гәзитенән.
Читайте нас: