+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 12:42

Өфөлә ихаталар төҙөкләндерелә

Баш ҡалабыҙҙа күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү «Башҡорт ихаталары» республика программаһы буйынса алып барыла.

Сентябрь аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса, әлеге йылда ошо программаға ярашлы, 34 ихата биләмәһенә комплекслы төҙөкләндереү талап ителә. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса эштәрҙе башҡарыуға биш подряд ойошмаһы менән муниципаль килешеүҙәр төҙөлгән.
Өфөнөң бөтә райондары буйлап ихаталарҙы төҙөкләндереү ике этапҡа бүленгән. Тәүгеһендә 15 авгусҡа тиклем 16 ихатаны матурландырыу планлаштырылһа, икенсеһендә 15 октябргә тиклем – 18 ихата.
Әлеге көндә беренсе этап буйынса өс ихатала эштәр тамамлаған, тағы ла 8-еһендә эштәр тамамланыу өҫтөндә. Икенсе этап буйынса биш ихата биләмәһендә эштәр аҙағына яҡынлаша.
Читайте нас: