+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 18:10

«Киләсәккә аҙым» дистанцион рәүештә үтәсәк

Көҙгө каникул мәлендә «Киләсәккә аҙым» республика техник олимпиадаһының үткәрелеүен күптәрегеҙ беләлер, моғайын. Һәләтле йәштәрҙе асыҡлау,асыу өсөн фәнни-инженерлыҡ ижады өлкәһендә үткәрелгән бәйге быйыл 22 – 23 октябрҙә дистанцион форматта ойоштороласаҡ.

20, 21 октябрҙә 16.00 – 17.00 сәғәттәрҙә – тикшереп ҡарау өсөн инеү.
22 октябрҙә 16.00 – 19.00 сәғәттәрҙә – олимпиада мәсьәләләрен сисеү.
23 октябрҙә 16.00 – 17.00 сәғәттәрҙә – апелляция ҡабул итеү.
Олимпиаданың ситтән тороу этабында барлығы 177-тән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Финалға район-ҡалаларҙың 40 учреждениеһынан IX – XI синыф уҡыусылары саҡырылған.
Һынау тотоусылар электроника, ғәмәли физика, программалау, конструкторлау нигеҙҙәре, эске яныу двигателдәре, электротехника һәм электротехнология, производство хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы йүнәлештәре буйынса көстәрен һынаясаҡ. Баһалама төркөмөнә юғары уҡыу йорттарының алдынғы педагогтары ингән. Еңеүселәр һәм призёрҙар мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: