+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 10:34

Мәҙәниәт йорто яңыртылды

Иглин районы Кудеевка ауылында ремонтланғандан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Ундағы эштәр "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" төбәк проекты буйынса башҡарылған.

Асыу тантанаһында район хакимиәтенән Николай Самойленко етәкселегендә хеҙмәткәрҙәр, ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, район депутаттары ҡатнашты. Күп функциялы мәҙәни үҙәкте ҡарап сыҡҡас, ҡунаҡтарҙы ҙур булмаған концерт көтә ине.
Бындағы капиталь ремонт һәм матди-техник базаны яңыртыуға грант аҡсаһы тотонолған. Уның суммаһы 13 миллион һум тәшкил итә. Тамаша залында 150 яңы кресло ҡуйылған, сәхнәлә шаршау алыштырылған. Ижади коллективтар хәҙер яңы залдарҙа шөғөлләнәсәк. Балаларҙың уйын бүлмәһе, биҙәү ҡулланма ижад кабинеты, тренажёр һәм бейеү залдары, китапхана тулыһынса ремонтланып, йыһазландырылған. Китапханала ҙур булмаған музей ойошторолған.


Читайте нас: