+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 13:58

«Таҡмаҡфест» фестивалендә ҡатнашығыҙ!

12 октябрҙән 13 декабргә тиклем «Таҡмаҡфест» таҡмаҡ башҡарыусыларҙың республика онлайн-фестивале үтәсәк. Уны мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.

Фестиваль онлайн форматта уҙасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусылар видеояҙмаларын (5 – 7 минут) [email protected] электрон почтаһына 15 ноябргә тиклем ебәрергә тейеш. Таҡмаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә башҡарырға мөмкин. Үҙеңдең туған телеңдә лә сығыш яһарға була, тик урыҫ теленә тәржемәһе лә талап ителәсәк. Музыкаға ҡушылып башҡарыу, видеоның сифатлы булыуы, сәхнә милли кейеме лә мотлаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса
http://addnrb.ru/novosti/zhitelej-i-gostej-bashkortostana-priglashajut-prinyat-uchastie-v-takmakfeste/ алырға була. Һорауҙарығыҙ булһа, Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Илназ Илшат улы Дүсмөхәмәтовҡа 8 965 654 5153 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: