+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 12:35

Байрамың менән,шеф!

Бөгөн ҡайһы бер илдәрҙә Шеф көнө билдәләнә. Уны икенсе төрлө Бостың милли көнө тип тә атайҙар. Был көн – етәкселәрҙең һөнәри байрамы.

1958 йылда Америка компанияһында сәркәтип булып эшләүсе Патриция Хароски яратҡан етәксеһенә хөрмәт йөҙөнән яңы байрам булдырырға тәҡдим итә. 1962 йылда был байрам Иллинойс штаты губернаторы Отто Карнер тарафынан рәсми рәүештә раҫлана. Был көндө хеҙмәткәрҙәр етәкселәрен тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтә.
Шеф көнөн байрам итеү йолаһын башҡа илдәр ҙә күтәреп,ул бөтә донъя буйынса тарала. Әле был байрамды АҠШ, Канада, Европа, Австралия һәм Көньяҡ Африкала билдәләйҙәр. Рәсәйҙә лә Шеф көнө киң популярлыҡ яулай бара.
Читайте нас: