+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 17:10

Мәскәүҙәр дистанцион уҡыуға күсә.

Ҡороғорвирус тигәндә, шунда уҡ битлек күҙ алдына килеп баҫа. Кемдер уны кейә, кемдер кәрәген тапмай. Әммә һәр кем битлектә йөрөргә тейеш: сирләгән кеше бүтәндәргә таратмаҫ өсөн, һау кеше сир йоҡтормаҫ өсөн. Урамда социаль аралыҡты һаҡлау мөмкинлеге булғанда битлекһеҙ ҙә йөрөргә мөмкиндер. Әммә магазинға, дарыуханаға, банкка һәм башҡа кеше күп йыйылған урындарға битлек кейеп кенә барырға. Уның да үҙ ҡағиҙәләре бар.

Беренсенән, ҡулдар тап-таҙа булырға тейеш. Икенсенән, бит менән битлек араһында урын ҡалмаһын. Бер тапҡыр ҡуллана торғандарын ике сәғәттән артыҡ кейеп йөрөргә түгел, алмаштырырға кәрәк, тиҙәр. Уны сисер алдынан да ҡулдарҙы йыуырға һәм эләктергесенән генә тотоп һалырға, тышҡы яғына теймәй генә төрөп йәки ҡапсыҡҡа һалып ябыҡ контейнерға ташларға кәрәк.
Туҡыманан тегелгәндәрен көн һайын йыуып үтекләргә ҡушалар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны һуңғы тәүлектә тағы 73-кә артҡан. Әйткәндәй, Башҡортостанда көҙгө каникул башлана, ә Мәскәү уҡыусылары 5 октябрҙән алып ялда булды ла инде. Рәсәй баш ҡалаһы мэрияһы хәбәр итеүенсә, 19 октябрҙән VI-XI синыф уҡыусылары дистанцион уҡыуға күсереләсәк. Ҡалғандар, йәғни I-V cиныфтар ғына мәктәпкә барасаҡ. Мәскәүҙә бына шундай хәлдәр.
Читайте нас: