+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 15:40

Пермь крайы китапханаларына – башҡорт телендәге китаптар

Пермь крайында «Ғәйнә башҡорттары: телем, тарихым, халҡым» проекты тормошҡа ашырыла. Ул республика Башлығының күрше төбәктәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында ойошторола.

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан туған телдә бер нисә китап баҫтырылып сығарылған. Улар араһында башҡорт теленең ғәйнә диалекты һүҙлеге, шағир Наил Ғәбдүшевтең тап ошо һөйләштә яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, башҡорт телен республиканан ситтә уҡытҡан педагогтар өсөн методик әсбаптар, уҡыусылар өсөн башҡорт теленән эш дәфтәрҙәре бар. Ошо китаптар Пермь крайының Ҡуян һәм Башҡултай ауылдарына тапшырылды.
Башҡорт телендәге китаптар төбәктең 52 китапханаһына тапшырыласаҡ. Был эш менән урындағы ҡоролтай йәмәғәтселәре, Пермь өлкәһенең үҙәк китапханаһы ла бергә шөғөлләнә.
Читайте нас: