-26 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 09:01

Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләштеләр

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡарасәй-Черкес Республикаһы Башлығы Рәшит Темрезов менән видеоконференция режимында эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу барышында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, республикала тормошҡа ашырылған халыҡҡа ярҙам итеү саралары хаҡында фекер алыштылар.

— Әгәр ҙә рөхсәт итһәгеҙ, ҡыҫҡаса ғына коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш хаҡында әйтеп китергә теләйем. Беҙ әлеге көндә ятып дауаланыу фондын резерв менән булдырҙыҡ, ул 1050 урынлыҡ, бөгөн беҙҙең 550 ятыу урыны тулы. 600 кешенән торған медицина хеҙмәткәре бар, шулай уҡ шәхси һаҡланыу саралары, дарыу препараттарыбыҙ, ҡоролмаларыбыҙ ҙа етерлек. 3 ПЦР-лабораторияһы эшләй, — тип белдерҙе Рәшит Темрезов.




Читайте нас в