+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 13:50

Тәүге ҡар яуасаҡ

Башҡортостан синоптиктары республикаға ҡыш яҡынлашыуы тураһында белдерә. Тәүге ҡар яуыуы, ҡырау төшөүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Атмосфера фронты Башҡортостан биләмәһенә Арктика һыуығын алып килә.
20-22 октябрҙә һауа температураһы төндә +1-ҙән,+6-нан -1,-6 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда –10-ға тиклем, көндөҙ +5,+10 була. Көньяҡ райондарҙа +15-тән -1 градусҡа хәтлем. 22 октябрҙә ямғыр урынына епшек ҡар яуыуы көтөлә. 21, 22 октябрҙә төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. 22 октябрҙә республиканың көнсығыш райондарында ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин.
Фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас: