+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 16:30

Татьяна Политова – "Рәсәйҙең Туризм һылыуҡайы – 2020"

Рәсәй матурлыҡ Чебоксар ҡалаһында (Сыуаш Республикаһы) "Рәсәйҙең Туризм һылыуҡайы-2020" Бөтә конкурсы тамамланды. Башҡортостандан Татьяна Политова ҡатнашғайны.Татьяна Башҡортостан менән таныштырғанда башҡорт милли кейемендә республикабыҙ хаҡында һөйләне.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Татьяна Политова сибәр ун ҡыҙ иҫәбенә инеп, "Тамашасылар һөйөүе һылыуҡайы" исеменә лайыҡ булды.
Татьянаға -19 йәш. Уның "Өфө һылыуҡайы – 2018" һәм "Башҡортостан һылыуҡайы – 2019" тигән исемдәре лә бар. Ҡыҙ спорт менән дуҫ: сноубордта, тау саңғыһында шыуырға, волейбол уйнарға ярата. Шулай уҡ музыкаға ла битараф түгел.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас: