+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 14:15

Красноусол башҡорт гимназияһында – "Урал батыр" эпосы

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында "Урал батыр" эпосы буйынса уҡытыусылар өсөн бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәресе үткән. Халҡыбыҙҙың рухи асылы булған "Урал батыр" эпосы буйынса дәресте белем усағының директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова үткәргән. Афарин!

"Урал батыр" – мәңгелек.
Тыуған илем мәңге балҡыр,
Беҙҙең менән Урал батыр. (Р.Бикбаев.)
– Меңдәрсә йыл элек ижад ителгән, бөгөн урыҫ, төрөк, инглиз, немец, француз, венгр, ҡытай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән был эпос – бөйөк ҡомартҡы, бай хазина ул. Эпостың яҙылыу тарихын, тәрән мәғәнәле йөкмәткеһен, тормоштоң башланышын, йәшәйештең асылын, тарих, ғөрөф-ғәҙәттәр, ғаилә һәм бала, изгелек һәм насарлыҡ төшөнсәләрен Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы аңлатып үтте. Эпостағы һәр геройҙың йәшәү рәүешенә, ҡылған изге эштәренә лә айырым туҡталды. Урал батырҙың батырлыҡтары һәм дошман яғына ҡасып сыҡҡан ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡтары тураһында бик ентекле һөйләне. Эпоста дейеүҙәрҙең һәм аждаһаларҙың еңелеүе, батыр ҡулынан юҡ ителгән дошмандар кәүҙәләренән диңгеҙ упҡынында хасил булған тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе, тәбиғәттең үлемһеҙлеге өсөн көрәштә Урал батырҙың изге эштәр башҡарып, халыҡ өсөн көрәшеүе, ысынлап та, мәңгелек ул. Беҙ, уҡытыусы һәм тәрбиәселәр, "Урал батыр" эпосы аша йәш быуынды Урал рухлы, тәрбиәле, маҡсатлы, илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереүгә йәнә бер ышаныслы аҙым яһаныҡ. Әҙәп ҡағиҙәләре һалынған "Урал батыр" эпосы- йәш быуынға нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтеп торған оло маяҡ ул. Шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа, изгелеккә, халҡыбыҙға мәңге тоғро булырға өйрәтеп торған бөйөк әҫәр булып ҡаласағына ныҡлы ышанабыҙ, – тип һөйләне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Ҡунафина.
Читайте нас: