+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 13:30

Лицейҙағы хәл ентекләп тикшерелде

Иҫләйһегеҙҙер, Өфөнөң 44-се лицей уҡытыусыһы уҡыусының ауыҙына скотч йәбештереүҙә һәм башын партаға һуғыуҙа ғәйепләнгәйне. Ошо хәлде ентекләп тикшергәндән һуң,бының дөрөҫ булмауы асыҡланған. Уҡытыусы бер кемгә лә ҡул күтәрмәгән. Башҡортостанда балалар омбудсмены Милана Скоробогатова билдәләүенсә, балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә быны раҫлаған.

Әлбиттә, уҡытыусы уҡыусыға тупаҫ һүҙҙәр әйткән өсөн дисциплинар яза алған. "Үткәүел янында ултырыр инең, алма һатыр инең, икмәклек аҡса эшләр инең. Ни өсөн мәктәпкә йөрөйһөң? Алма йыйып һатһаң, аҙыраҡ аҡса эшләрһең", – тиелә яҙмала. Педагог бала һәм уның ата-әсәһе алдында ғәфү үтенгән. Ошо синыфта уҡыусылар менән эшләгән психологтар ҙа бер ниндәй ҙә хәүефле билдәләр асыҡламаған. Шулай уҡ атай-әсәйҙәр уҡытыусыны яҡлап, уны эштән бушатмауҙы һорап ғариза яҙғайнылар.
Бына шулай ыңғай тамамлана 44-се лицейҙағы хәл.
Читайте нас: