-17 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 09:56

Рәсәй башлығы Франция Президенты менән аралашты

Был юлы Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макрон менән телефондан һөйләште. Әлеге аралашыу француз яғы теләге менән ойошторолдо. Был хаҡта Kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Ил етәксеһе Париж ҡалаһы янындағы терактҡа бәйле ҡайғы уртаҡлашты. Бергәләп терроризмға һәм экстремистик идеология таралыуға юл ҡуймауға ҡаршы көрәш алып барыуҙы көсәйтеү хаҡында һөйләштеләр. Таулы Ҡарабах тирәһендәге конфликт зонаһында хәлдең үҫеше хаҡында ентекле фекер алыштылар.



Читайте нас в