+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 11:56

Баш ҡалабыҙҙағы ишек алдары матурлана

Һуңғы йылдарҙа Өфөләге йорттарҙың ишек алдары күҙгә күренеп матурлана. Был йәһәттән «Реаль эштәр» проекты, «Башҡорт ишек алдары» республика, урындағы башланғыстарҙы күтәреү программалары уңышлы эшләй.

Күптән түгел баш ҡалабыҙҙағы Юрий Гагарин урамының 60-сы йорт ишек алдына балалар майҙансығы ҡуйылды. Ул «Реаль эштәр» проекты буйынса барлыҡҡа килде. Быға балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә ҡыуанып бөтә алмай. «Инде хәҙер балаларыбыҙ үҙебеҙҙең ишек алдында уйнаясаҡ, ә унан алда күрше йортоҡона йөрөй инек», – ти ата-әсәләр.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, быйыл «Реаль эштәр» проекты буйынса Октябрь районында 9 комплект спорт һәм балалар уйын ҡоролмалары ҡуйыласаҡ.

#благоустройствоуфы

Читайте нас: