+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 13:18

Владимир ҡалаһында оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

«Тылсымлы тырыз» кәсепселек фестиваленә ярашлы, Владимир ҡалаһында башҡорт милли биҙәктәре менән күн беләҙектәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Был оҫталыҡ дәресенә уҡтан атыу түңәрәгенә йөрөүсе балалар һәм өлкәндәр ҙә килде. Уларға беләҙек яһау серҙәрен Лиана Әхмәтшина күрһәтте.
– Сара «Интернациональ Владимир» проекты буйынса беҙҙең яратҡан балалар һәм йәштәр китапханаһында үтте. Алған тәьҫораттарға ҡарағанда, балаларға дәрес бик оҡшаған. Күн беләҙектәрҙе башҡорт биҙәктәре менән матурланылар: өсмөйөштәр күҙ тейеүҙән һаҡлай, һарыҡ мөгөҙө – байлыҡҡа һәм муллыҡҡа, тулҡындар – оҙон, сәләмәт тормошҡа. Шуға күрә беләҙектәр сағыу биҙәүестәр генә түгел, кешене һаҡлаусы ла булып тора, – ти Владимир өлкәһенең башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина.
Читайте нас: