+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2020, 17:55

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана экскурсиялар ойоштора

Каникул мәлендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана республикабыҙҙың район һәм ҡала уҡыусылары өсөн экскурсиялар циклын башлап ебәрҙе.

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Дим районы уҡыусылары өсөн тәүге экскурсия ойошторолдо. Улар бындағы «Ваҡытлы матбуғат тыуған яҡты өйрәнеү туризмын үҫтереү сығанағы кеүек» күргәҙмәһен дә ҡараны.
– Бөгөн туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм киң мәғлүмәт сараһы күп яҡтан бер-береһе менән бәйләнгән, – тип һөйләне бүлек мөдире Илдар Кирәев.
Әйтергә кәрәк, бындай экскурсиялар «Уңыш маршруты» туристик-белем биреү ведомство-ара проекты буйынса үткәрелә. Бында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ла индерелгән. Әлеге проект республика балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: