+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 10:12

Балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыла

Баш ҡалабыҙҙың 237-се балалар баҡсаһында 40 урынлыҡ ике йәсле төркөмө өсөн өҫтәмә урын асылды. Уны асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин ҡатнашты.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ремонт эштәрен «Унисон» ойошмаһы башҡарған. Ике төркөмдө асыу өсөн мебель, ҡоролмалар, веранда, йомшаҡ хужалыҡ йыһаздары алынған.
– «Демография» милли проектының «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» төбәк проекты айҡанлы Совет районының 237-се балалар баҡсаһында өҫтәмә 40 урын булдырылды. 2020 йылда тағы ла 8 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында тағы 260 урын өҫтәләсәк. Бөтәһендә лә тиерлек эштәр тамамланған, – тип белдерҙе Рөстәм Рәхмәтуллин.
Әйткәндәй, быйыл дөйөм ҡала буйынса «Демография» милли проекты буйынса 34 балалар баҡсаһында 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге балаларға 779 өҫтәмә урын булдырыла.



Читайте нас: