+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 10:18

Иҡтисад һорауҙары буйынса фекер алыштылар

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында иҡтисад һорауҙары буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

– Бөгөн ниндәй йүнәлештәр, иҡтисад үҫешенең ниндәй мәсьәләләре беҙҙең яҡтан айырыуса иғтибар талап итеүен ҡарарға тәҡдим итәм. Өҫтәүенә, дәүләт, федераль һәм төбәк власть органдары яғынан ғына түгел, эшлекле берләшмә, Рәсәй компаниялары, предприятиелары тарафынан да. Һәм, әлбиттә, Рәсәй иҡтисадында ыңғай фекерҙәрҙе нығытыу һәм хуплау өсөн ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәклеге хаҡында фекер алышырбыҙ, – тип белдерҙе дәүләт башлығы.



Читайте нас: