+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 16:30

Силәбенән баймаҡтар еңеү менән ҡайтҡан

Силәбе ҡалаһында йәйәнән уҡ атыу ярышы ойошторола. Әлбиттә, пандемияға бәйле, бар һаҡланыу ҡағиҙәләре лә үтәлә. Баймаҡ районының спортсыларына ла унда ҡатнашыу форсаты тейгән. Бына ошо хаҡта Ғәфүр Рахманғолов:" Баймаҡтан бөтәһе 4 уҡсы барҙыҡ һәм бик уңышлы сығыш яһаныҡ. Ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән 8 уҡсы артабан көрәште дауам итте.

Беҙҙең команданан – мин, Айнур Йәрмөхәмәтов һәм Динар Бүләкбаев киләһе этапҡа үттек. Артабанғы һөҙөмтәләр буйынса үҙем –II урын, Айнур III урын алды. Ярыш бик оҡшаны. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙе ҡаршы алыусы, ихлас һәм киң күңелле Таһир Абдрафиҡовҡа айырым рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ," – тип һөйләй ул.
Афарин, баймаҡтар!
Читайте нас: