+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 08:30

20 ҡанун проекты ҡаралыу өҫтөндә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин менән эш осрашыуы үткәрҙе.

– Бөгөн беҙҙә ҡанун ҡабул итеү порфелендә – 1 мең 305 ҡанун проекты. Депутаттар тарафынан өҫтөнлөктәре билдәләнде. Улар араһында кешеләргә ярҙам итеү һәм коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймауға бәйле документтар ҙа бар. Әлеге көндә Думала 20 ҡанун проекты ҡаралыу өҫтөндә, шуларҙың 14-е Рәсәй Федерацияһы Президенты башланғысы менән барлыҡҡа килгән. Бер ҡанун проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде, икәүһе – икенсе уҡыуҙа, ете ҡанун проекты – тәүге уҡыуҙа, – тип таныштырып үтте Вячеслав Володин.


Читайте нас: