+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 17:00

Көҙгө каникул файҙалы үтә

Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыларының көҙгө каникулы бушҡа үтмәй.Мәҫәлән, II "А" синыфы шәп ысул тапҡан.

Улар ял ваҡытында төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Иң әүҙем уҡыусылар Замир Юлмөхәмәтов, Азалина Латипова, Фәриҙә Фәхретдинова, Арыҫлан Шәйәхмәтов, Залина Саҙрыева, Элиза Шәйәхмәтова һәм Диләфрүз Шәфиева район үткәргән "Көҙгө илаһилыҡ" һүрәт төшөрөү-онлайн конкурсында үҙ көстәрен һынап ҡараған. Ә бына Диләфрүзгә уңышы өсөн Диплом килеп тә еткән! Афарин! Һәр саҡ шулай әүҙем булығыҙ, гимназистар!
Читайте нас: