+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 11:40

Бөгөн – Олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө!

Бөгөн – Олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө. Был байрам төрлө илдә төрлө ваҡытта билдәләнә. Шуға ҡарамаҫтан, олатайҙар һәм өләсәйҙәрҙе күбеһенсә өйҙә ҡотлайҙар.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы килтергән мәғлүмәттәр буйынса, әлеге көндә Башҡортостанда 100 олатай һәм өләсәйгә 97 ейән-ейәнсәр тура килә икән. 1990 йылда 46 йәштән ҡатын-ҡыҙҙар өләсәй булыу бәхетенә ирешһә, әлеге ваҡытта – 52 йәштән өлкәндәр. 2020 йылдың башында республикабыҙҙа 52 йәштән һәм унан өлкәнерәк 786 меңдән ашыу өләсәй иҫәпләнгән.
Читайте нас: